

Тапшырыу йома, 29 апрелдә, сығарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләкте Беренсе канал эфирында Дүртөйлө балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Әбдекәримова һәм «Ҡая» этно-рок төркөмө ағзалары тапшырҙы. Музыканттар студияла стилләштерелгән милли кейемдәрҙә йыр башҡарҙы.
Башҡорт уҡ-һаҙағы «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуы музейының коллекцияһын тулыландырҙы. Бүләктәр ҙә бирелде: яҡташыбыҙ яратҡан алып барыусыһы өсөн башҡорт балы, сәк-сәк, Дүртөйлө районы тураһында китап, художество мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең эштәрен алып килгән.