

"Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә Бөрйән районы Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылы ағинәйҙәре Бәләкәй Арыҫланғолға осрашыуға килде. Ҡунаҡсыл Вәзәм ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, сарала ҡатнашыусы оҫтабикәләр оҫталыҡ класы күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлаштылар. Унан һуң район мәҙәниәт йорто медотисы, район ағинәйҙәр клубы етәкәсеһе Миңзифа Ишемғолова ойошторған "Алтын тирмә" бәйгеһендә белемдәрен дә һынанылар. Һай, афариндар! Шулай аралашып, ҡатышып йәшәүгә ни етә!
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә баҫыла.