МӘҘӘНИӘТ
26 Апрель 2022, 07:46

Аҡъярҙа “ZаРоссию” музыкаль-патриотик концерты үтте

   

Бөгөнгө көндә Хәйбулла районының урындағы үҙидара органдарында 140-тан ашыу кеше эшләй. Көн һайын улар районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, халыҡты коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү мәсьәләләрен һәм ауыл тормошоноң башҡа көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итә.

Район мәҙәниәт йортонда Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сараға район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм белгестәре йыйылды. Үҙидара өлкәһендә тырышып хеҙмәт итеүселәргә – бер төркөм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, район активистары, ауыл биләмәһе Советтары депутаттары «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Күркәм сара Украинала махсус операцияны һәм Рәсәй армияһын хуплап уҙғарылған “ZаРоссию” (“Рәсәй өсөн”) музыкаль-патриотик концерты менән тамамланды. Хәйбулла артистары башҡарыуындағы моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр тамашасылар күңеленә хуш килде, улар һәр бер сығышты дәррәү алҡыштарға күмеп оҙатты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас