МӘҘӘНИӘТ
23 Апрель 2022, 09:53

Хәйбуллалар тик бишлегә яҙҙы!

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» белем биреү акцияһы сиктәрендә үҙәк район китапханаһында  башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн диктант яҙыу ойошторолдо.

Хәйбуллалар тик бишлегә  яҙҙы!Хәйбуллалар тик бишлегә  яҙҙы!
Хәйбуллалар тик бишлегә яҙҙы!

Үҙәк район китапханаһында  төрлө ойошма-учреждениелар вәкилдәре, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, китап һөйөүселәр,  ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары башҡорт телендә диктант  яҙҙы.

Райондың тағы ла 16 ауыл китапханаһында майҙансыҡтар булдырылды. Барлығы 200-гә яҡын кеше ҡатнашты рух байрамына әүерелгән акцияла. Уларҙың иң олоһона—82, иң йәшенә 9 йәш. Һәр диктант яҙыусыға сертификаттар тапшырылды.

Фото:

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас