

“Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ойошторған “Донъяны йөрәгем аша күрәм” тип исемләнгән район фестивале бишенсе тапҡыр үткәрелде. Фестивалдә 40-тан ашыу бәйгесе үҙ һәләттәрен күрһәтте. Район мәҙәниәт йорто фойеһында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Бында бәйгеселәрҙең һүрәттәре, төрлө ысул менән эшләнгән ҡул эштәре ҡуйылғайны. Улар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Фестивалдә ҡатнашыусылар әҙерләгән сығыштар ҙа матур һәм үҙенсәлекле булды. Кемдер йөрәккә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләһә, икенселәре йырҙары менән моңға сорнаны. Өсөнсөләре музыка ҡоралында уйнап, таң ҡалдырҙы.
Сарала иң-иңдәр билдәләнеп, фестивалдә ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.