

Бала саҡтан йырларға яратам. Күпме үҙемде хәтерләйем, гел генә йырлап йөрөнөм. Йырға һөйөү ҡайҙан килә, тигән һорауға ошондай яуап бирер инем: аталы - әсәле булып үҫкән, ғаиләлә аңлау, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт булғанда кеше бәхеттән, ҡыуаныстан йырлай .
Бала сағымды йыш хәтерләйем. Яңы Ергән ауылында йәшәйбеҙ, мин ғаиләлә өсөнсө бала. Атай-әсәйем эшләп йөрөйҙәр, беҙ мәктәптә уҡыйбыҙ. Өйҙә лә эш күп, ул ваҡытта бөтә нимә ҡул көсө менән башҡарыла. Һарай тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Барыһын да ҡарарға, атай-әсәйгә ярҙам итергә кәрәк. Өйҙә ҡатын-ҡыҙҙың бөтмәҫ эше, тамаҡ бешереү, мейес яғыу... Хәҙерге һымаҡ өйгә һыу килеп торған, газ йылытҡан рәхәтлек булманы. Ҡайһы ваҡыт ауыл кешеһе ул саҡта нисек михнәтле йәшәгән икән тип уйлап ҡуям. Хәҙер бит ауылда ҡар ҙа юҡ ул хәтлем көрәргә, ә ул ваҡытта өйҙө ҡыйығына тиклем, ихатаны ҡар ҡаплай торғайны, мейестең торбаһы ғына күренә. Шулай ҙа беҙгә, балаларға, ҡыуанысҡа булды, рәхәтләнеп сана шыуа инек.
Анауынса эш булыуына ҡарамай, атайым һәм әсәйем, йырлап, гөрләп тигәндәй йәшәнеләр. Киноға йөрөй торғайнылар, мине лә ҡуша ала инеләр, ул ваҡытта Һиндостан киноларына халыҡ дәррәү й өрөнө. Әсәй кинонан хисләнеп илап ҡайта, ә мин үҙемсә "һинди" телендә йырлай-йырлай барам.
Атайым менән әсәйем ҡунаҡтан да ҡалманылар, гармун моңдарына ҡушылып, башҡорт халыҡ йырҙарын матур, моңло итеп йырлауҙары күңелемдә һаҡлана. Үәт, шулайтып һөйөүгә сорналып үҫтек беҙ 5 бала.
Мәктәпте тамамлағас, Аҡъяр ауылының 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Унда өс йыл уҡып, Йылайыр совхоз-техникумында белем алдым. Буласаҡ иремде лә шунда осраттым. Кейәүгә сығып, улыбыҙ тыуғас, Яҡутстан яҡтарына сығып киттек. Унда ун йылдан ашыу йәшәү дәүерендә Иркутск дәүләт университетын тамамланым. Әммә барыбер тыуған яҡ үҙенә тарта ине. Атай - әсәйҙән алыҫта йәшәү, һирәк күрешеү бик ҡыйын, һағындыра...
Хәҙер Төмән өлкәһенең Тобольск ҡалаһында йәшәйбеҙ. Мин Рәсәй тимер юлдары компанияһында эшләйем. Улым әрме сафында, хәрби диңгеҙ флоты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты, эшләп йөрөй. Ә мин ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, йыр сәнғәтен ташламайым. Төрлө репертуарҙағы йырҙар башҡарам, әммә лирик һәм халыҡ йырҙары күңелемә яҡын. Ярай әле хәҙер интернет заманы, өйҙә йырлап, бөтөн илгә тапшырырға була. Бер - ике йырымды үҙемдең интернет селтәрендәге сәхифәмә ҡуйғайным, таралды ла китте. Миңә күптәр яҙа башланылар, ҡотлауҙарға һәм изге теләктәргә күмелдем. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, популяр йырҙар авторы, йырсы-композитор Флүрә Үҙәнбаева тәүҙә яҙҙы, шунан шылтыратты. Флүрә апайҙың йырҙарын данлыҡлы йырсылар башҡара икән. Мине лә үҙенең ижады менән таныштырҙы һәм уның "Яралар" тигән йырын йырларға һөйләштек.
Сит тарафтарҙа йәшәһәм дә, башҡорт йырҙарын таратырға тырышам. Тыуған яғымды онотмайым, атай-әсәйем янына ашҡынып ҡайтам. Ә унда һаман да матур бала сағымдағы кеүек. Атайым гармунда өҙҙөрөп уйнай, әсәйем моңло итеп йырлай. Нәҡ бала саҡтағы кеүек танһыҡ тәмле ауыл икмәге еҫе өйгә тарала. Иҫән-һау ғына булһындар инде беҙҙең иң ҡәҙерле һәм һөйөклө кешеләребеҙ.