

Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йортонда оло быуын араһында барған “Яратам һине, тормош!” ижади фестиваленең гала-концерты үтте.
Оло быуын ижады фестивале Башҡортостанда 2012 йылдан ойошторола. Унда Федоровка күп функциялы клубынан Марат Ғәлимйән улы Сынбулатов “Яҙмыш, яҙмыш” йыры менән сығыш яһаны.