

Степной ауылы “Айгөл” балалар баҡсаһының “Йондоҙсоҡ” төркөмө тәрбиәләнеүселәре Милли кейем көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды!
Быйылғы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына, Милли кейеме көнөнә ҡарата, төркөм ҡыҙҙарына үҙ ҡулдарым менән эшләнгән селтәрҙәрҙе, тегелгән кулдәктәрҙе кейҙереп ҡыуандырҙым. Башҡорт халҡының милли кейемдәре менән танышып, “Йәшерәм яулыҡ”, “Ҡап та, ҡап Ҡара Яҡуп” кеүек халыҡ уйындарын уйнап, көндө күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәрҙек. Ошо кескәйҙәремде киләсәктә телебеҙҙе, илебеҙҙе яратыусы илһөйәрҙәр булып үҫерҙәрен теләйем.
Нәзилә Игебаева
“Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.