

Сибай ҡалаһында республика "Урал балалары тауышы" йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте. Был бәйгелә Әбүбәкер ауылынан Билалова Әминә "Ҡуңыр буға" эпосын һөйләп, 1-се дәрәжәле Диплом һәм лауреат исемен яуланы. Етәксеһе Билалова Гөлдәриә Хәйбрахман ҡыҙы.
Афарин, Әминә! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.