

Байрам үҙенсәлектәренә килгәндә, 2020 йылдан ул төбәктә йылына икене – апрелдә һәм сентябрҙә ойошторола һәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, йола-традицияларына ҡабат мөрәжәғәт итеү, уларҙы танып белеү мөмкинлеген бирә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла был сараларҙан ситтә ҡалмаясаҡ: беҙ ошо сағыу байрам айҡанлы үҙенсәлекле флешмоб иғлан итәбеҙ.
Уның шарттары бик ябай:
1.Милли кейемдә йәки уның элементтарын ҡулланып, үҙегеҙ йәшәгән төбәкте билдәләгән урында фото төшөгөҙ;
2.Был фото менән социаль селтәрҙә бүлешегеҙ һәм #НациональныйКостюм2022#МиллиКейем2022 хештегтарын ҡулланығыҙ.
Был сара, һис шикһеҙ, беҙгә рухи берҙәмлек тойғоһо бирәсәк һәм күңелдәрҙә халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата ғорурланыу тойғоһон тағы ла көсәйтеп ебәрәсәк. Ҡушылығыҙ, ситтә ҡалмағыҙ, флешмобта ҡатнашығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.