

Борон-боронда беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға ҡар һыуына барыу йолаһы булған.
Һыуға март аҙаҡтары, апрель баштары, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас барғандар.
Ял көнө, бҽҙ ҙә ауылыбыҙ мҽнән, башҡорт халҡының матур йолаларын тергеҙеү һәм балаларға йолаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәбиғәткә һөйөү хистәре тәрбиәләү, йәш быуынға ҡар һыуының шифаһын аңлатыу маҡсатында Каҙырғат тауына ҡар һыуына барҙыҡ. Оло инәй фатихаһы мҽнән көйәнтәләр алып тауға юлландыҡ. Барып ҽткәс, көҙгөләй ялтырап, сылтырап аҡҡан ҡар һыуына һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Оло инәйҽбҽҙ изгҽ тҽләктәрҽн әйтҽп, барыбыҙға ла ҡар һыуын тәмләтҽп сыҡты. Йәш килҽндәр ҡар һыуының файҙаһы тураһында әйтҽп сыҡҡас, ағинәйҽбҽҙ Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы доға уҡып күнәктәрҽбҽҙгә һыу ҡойҙо.
Артабан яңғыҙ ҡайын янына барып уйындар уйнап, йомаҡтар ҡойоп, һынамыштар әйтҽп,йырлап- бҽйҽп күңҽл астыҡ. Алып ҡайтҡан ҡар һыуыбыҙҙан самауыр ҡайнатып һөйләшә- көлөшә, изгҽ уй- ниәттәр тҽләп тәмләп сәй эстҽк. Ҡар һыуы йән- тәнҽбҽҙгә шифа бирһҽн, аяҙ күк йөҙөбөҙ тыныс, донъяларыбыҙ имҽн, барыбыҙ ҙа һау- сәләмәт булып йәшәргә насип итһҽн!Афарин ауылдаштар!
#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ
#Годкультурногонаслҽдия
#КуьтураХайбулла
#CакмарНазаргуловскийCК
Сакмар-Назаргуловский-Ск