МӘҘӘНИӘТ
10 Апрель 2022, 12:20

Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте

   

Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үттеБашҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте
Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте

Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында «Казарла» казак хәрби сәнғәте фестивале үтте, уның сиктәрендә шашка менән ҡырҡыу, фланкировкалау һәм уҡтан атыу буйынса турнирҙар үткәрелде. Фестивалгә Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән казак рухлы 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.

Шулай уҡ фестиваль ҡунаҡтары башҡорт тирмәһендә һәм казактар ихатаһында башҡорт халҡының һәм казактарҙың мәҙәниәте, көнкүреше менән таныша алды. Мәмбәтҡол ауылынан тарихи артефакттар коллекционеры Миңлейәр Хәйбуллин башҡорттарҙың һәм казактарҙың боронғо ҡоралдары һәм ҡунаҡ ихаталары күргәҙмәһен ойошторҙо.

«Бөгөнгө сара бик мөһим, сөнки бында төрлө казак уйындары уҙғарыла. Билдәле булыуынса, башҡорттарҙың айырым ғәскәре булған, казактар менән бергә походтарға йөрөп, хәрби юл үткән. Быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышына һәм сит илгә походҡа 210 йыл тулыу билдәләнә, унда 20 башҡорт полкы, 2 мишәр, 2 типтәр һәм Өфө пехота полкы ҡатнашты. Һәм улар казактар менән бергә хәрби юл үтте. Шуға күрә халыҡтарҙың яҡынлығы, хәрби туғанлыҡты һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк. Бөгөн балаларыбыҙҙың ҡатнашыуы бик яҡшы, уҡ атыу буйынса турнирға 8 йәштән өлкәнерәк балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм өлкән ир-егеттәр килгән, бөтәһе 50-ләгән ҡатнашыусы. Уларҙың барыһы ла «Мәргән уҡсы» хәрәкәтенә инә», - тип һөйләне ойошманың директоры Юлай Ғәлиуллин.

 

Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте
Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте
Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте
Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте
Башҡортостанда «Казарла» казак хәрби сәнғәт фестивале үтте
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас