МӘҘӘНИӘТ
10 Апрель 2022, 11:53

Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды

Подольск ауылынан Рәмилә Илембәтова "Һаҡмар моңдары-2022" бәйгеһе еңеүсеһе!

Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналдыҺаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды
Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды

Ниһәйәт, гөрләтҽп ҽрҽбҽҙгә яҙ һулышы бөркөлөп, күңҽлдәргә наҙ тулғанда, Йәнтҽш мәҙәниәт йорто сәхнәһе түрҽндә, "Һаҡмар моңдары"йыр-моң бәйгҽһҽ үттҽ.

Әйтҽргә кәрәк, быйыл йәмғеһе 27 үҙешмәкәр йырсы үҙен һынап ҡараны, шуларҙың 15 ир-ҽгҽттәр булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Хәйбулла ауылдарынан тыш, Йылайыр һәм Баймаҡ районынан да бәйгеселәр булды.

Абруйлы баһалама ағзаларына иң-иңдәрен еңел булманы, сөнки һәр бер бәйгесе үҙенең талантын асып ҡына ҡалманы, зал тултырып йыйылған тамашасыларҙың күңелен дә яулап өлгөрҙө.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, Подольск ауылынан Рәмилә Илембәтова Гран-Приға лайыҡ булды.

1-се урынға Айрат Иштанов (Йәнтеш ауылы) эйә булһа, 2-се урынды Наил Ҡарабаев (Мәмбәт ауылы) һәм Ришат Иҫәнгилдин (Өфө ауылы) бүлеште, ә 3-сө урында - Мәмбәт ауылынан Илгизәр Ҡарабаев.


Номинациялар буйынса:

Иң оригинал башҡарыусы: Солтан Билалов  (Әбүбәкир ауылы)

Cерлҽ тауыш: Камилла Хәйризаманова (Баймаҡ районы Ишбирҙҽ ауылы)

Иң оҫта башҡарыусы: Гөлдәр Хәбибуллина (Первомайск ауылы)

Иң хислҽ йырсы: Фәнилә Мәмбәтова (Мәмбәт ауылы)

Тамашасы һөйөүҽ: Сәғит Моталов (Йәнтеш ауылы)


Иң моңло башҡарыусы: Ислам Шәрипов (Иләс ауылы)


Иң дәртлҽ башҡарыусы: Гөлнур Кускилдина (Ҙур Арыҫланғол ауылы).


Киләсәктә лә йыр-моң шишмәләрҽн байытып, тамашасыларҙы илһамландырып, йәшәргә яҙһын!


"Һаҡмар моңдары" тынмаһын!

Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды
Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды
Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды
Һаҡмар буйҙары йыр-моңға сорналды
Автор:Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас