

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында ойошторолған “Халыҡ инструменттары оркестры” күргәҙмәһен ололар ҙа, балалар ҙа күрергә килә.
Әле ошондай экскурсияларҙың береһендә район мәҙәниәт йортоноң “Ҡайтауаз”, “Аҡтамыр” төркөмдәре етәксеһе Гөлфиә Хәләфетдинова Өфө ауылының 5-се класс уҡыусыларына, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттарына, Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусыларына боронғо музыка инструменты–ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте. Балалар Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙы һәм район мәҙәниәт йорто белгесе Илгиз Ҡырымғужиндың ҡубыҙҙа уйнауын бик оҡшатып тыңланы, үҙҙәренең дә өйрәнергә теләген белдерҙе.