МӘҘӘНИӘТ
7 Апрель 2022, 08:56

Ҡулдарыңа күҙ теймәһен!

Һаҡмар-Наҙарғолдан  Рәшиҙә Сәйфуллина "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" бәйгеһендә ҡатнашты 

Ҡулдарыңа күҙ теймәһен!Ҡулдарыңа күҙ теймәһен!
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен!

Мәҙәни мираҫ йылына "Башҡорт ҡатын- ҡыҙы" төркөмөндә "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" бәйгеһе ойошторолдо.

Был бәйгелә һаҡмар-Наҙарғол ауылынан Рәшиҙә Сәйфуллина бәйге шарттарына тура килерлек итеп, "боронғо сигеү өлгөһөн иҫкә төшөрҙөм әле" тип үҙен һынап ҡарау маҡсатында, үҙе сиккән таҫтамалының фотоһын ебәрҙе.

Бәйге тамамланып, еңеүселәр рәтендә булмаһағыҙ ҙа, һеҙ ихлас күңелегеҙ менән, күҙ нурҙарығыҙҙы түгеп эшләгән нәзәкәтле әйберҙәрегеҙ менән  ошо бәйгелә ҡатнашыуығыҙ - ул үҙе ҙур ҡыуаныс. Ҡулдарығыҙға күҙ теймәһен! 


#Мәҙәнимираҫйылы
#Нағыш
#СакмарНазаргуловскийСК

Автор:
Читайте нас