

Эшләйем, өйрәнәм, тигән кешегә бер ваҡытта ла һуң түгел, Байғусҡар ауылы мәҙәниәт йортона, түшелдерек эшләп өйрәнергә тип ҡатын - ҡыҙҙар йыйылды.
Мәйсәрә Әбделмәнова, Рәмилә Дәүләтбирҙина, Лидиә Ҡолсонбаева, Рәйлә Хаббина, Йомабикә Дәүләтбирҙина, Земфира Айдашевалар эш айышына тиҙ арала төшөнөп тә алдылар. Киң күңелле өләсәйҙәр иң тәүге эштәрен ейәнсәрҙәренә бүләк итәбеҙ тип башланылар, сөнки хәҙер, балалар баҡсаһында, мәктәптә, берәй конкурста түшелдерек, селтәр тағалар.
Аллаға шөкөр, дингә ҡайтабыҙ, элекке юғалып барған йолаларыбыҙзы тергеҙәйек,һаҡлайыҡ, юғалтмайыҡ!
#уфаРЦНТР #УфаМКРБ
#ГодКультурного Наследия
#Башкортмәҙәниәте һәм РухиМираҫйылы
#БайгускаровскийСДК
#Клубрукоделия