МӘҘӘНИӘТ
6 Апрель 2022, 15:58

Ҡар һыуына барҙыҡ!

Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре милли йолалар менән яҡындан таныша

Ҡар һыуына барҙыҡ!Ҡар һыуына барҙыҡ!
Ҡар һыуына барҙыҡ!

Быйыл илебеҙҙә "Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы" иғлан ителде. Халҡыбыҙҙың матур йолаларын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫеп килгән быуынды таныштырып ҡына ҡалмай, йолаларыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында “Умырзая” өлкәндәр төркөмө балалары менән “Ҡар һыуына барыу” байрамы үтте.

Борон-борондан беҙҙең халыҡта март аҙағында, апрель башында, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас ҡар һыуына барыу йолаһы үткәрелгән.
Элек заводтар булмағас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмаған, тәбиғәт тә, һауа ла әлеге кеүек зарарланмаған, бысранмаған, шуға ҡар һыуы таҙа булған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгән. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар теләктәр теләп сәй ҡайнатҡан, битен, сәсен йыуған. Әсәйҙәр һыу менән сабыйҙарын да ҡойондорған. Ҡар һыуы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән халыҡта. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткән. Бына ошолар тураһында Оло инәй (өҫтәлмә белем биреү педагогы – Йәмилә Фәтих ҡыҙы)  тәрбиәселәре Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы менән ҡунаҡҡа килгән балаларға һөйләне. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алып, бергәләп ҡар һыуына барҙылар.  Малайҙар ҡар һыуына юл тапанылар, ҡыҙҙар матур  биҙрәләре менән бейеп күрһәттеләр. Тау шишмәһенә рәхмәт әйтеп “ҡар һыуын тәмләп”, бит - ҡулдарын сайып алдылар. Тәбиғәткә, тау итәгенә килгән кескәйҙәр “Аҡ тирәк - күк тирәк”, “Шыуҙырмаҡ” кеүек башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнанылар. Яҙ темаһына арналған йырҙар, шиғырҙар, йомаҡтар, әйтештәр әйтешеп күңел астылар. Байрамдан алған йылы тәьҫораттар бәләкәстәр күңелендә һаҡланыр, йолаларыбыҙҙы белеп үҫеүгә үҙ өлөшөн индерер тигән өмөттәбеҙ.

 

Йәмилә Хәйбуллина.

Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәлмә белем биреү педагогы.

Ҡар һыуына барҙыҡ!
Ҡар һыуына барҙыҡ!
Автор:
Читайте нас