МӘҘӘНИӘТ
6 Апрель 2022, 16:52

Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте

#МиллиАшҺыуКөнө

Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үттеАҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Уларҙың үҙенсәлеге халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле. Борон-борондан башҡорттарҙың көндәлек ризығында иген аҙыҡтары урын алған. Ҡош теле, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, күмәс һәм башҡа ризыҡтар бешергәндәр. "Ҡояшҡай" өлкәндәр төркөмө балалары бөгөн башҡорт милли аштар көнөндә тәрбиәсе ярҙамсыһы менән берлектә оҫталыҡ дәресе үтте: "Ҡош теле" бешереп балаларға һәм тәрбиәселәргә ауыҙ иттерҙеләр.
 
Ә "Ҡыңғырау" төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн милли аш-һыу көнө сиктәрендә "Талҡан " эшләү оҫталык дәресе үткәрелде. Балалар талҡан ризығын бик яратып тәмләнеләр.
 
"Миләшкәй" өлкәндәр төркөмөндә милли аш-һыу көнө сиктәрендә "Ваҡ бәлеш" бешереү оҫталыҡ дәресе үтте. Ләйсән Насырйән ҡыҙы балаларға ваҡ бәлеш эшләүҙең үҙенсәлектәрен өйрәтте.
 
 
 
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Милли аш-һыу көнө үтте
Автор:«Бәпембә» балалар баҡсаһы
Читайте нас