

"Күңелле йәшәйек, дуҫтар!", -тип саҡыра яҡташтарын Бәләкәй Арыҫланғол ауылының дәртле халҡы. Ауыл мәҙәниәт йортонда башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылына һәм көлкө көнөнә арналған матур, ҡыҙыҡлы сара - урамдар ярышы булып үтте. Дәрттәре ташып торған Башҡортостан һәм Йәштәр урамы һәүәҫкәрҙәре ҡыҙыҡлы тамаша, мода, шиғырҙар, йыр - бейеүҙәр менән сығыш яһап, ауылдаштарына күңелле ял минуттары бүләк иттеләр.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.