

Яҙғы каникул көндәрендә бөтә илдә Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы үтә. Балалар моделле китапханаһында аҙна буйына конкурстар, викториналар, уйындар, сәйәхәттәр, тамашалар ойошторолдо. Аҙналыҡ программаһы ҙур байрамдарҙың береһе булараҡ төҙөлдө.
Балалар китабы байрамы беҙгә алыҫ 1943 йылдан килде. Ошо ауыр һуғыш осоронда өлкәндәр балаларҙы шатландырырға була. Яҙыусы Лев Кассиль балалар китабы байрамын үткәрергә тәҡдим итә. 1943 йылдың 23 мартында Мәскәүҙә Кремль залына балалар китап менән осрашыуға килә. Байрамда ҡатнашыусылар йыл һайын яҙғы каникул көндәрендә китаптың тыуған көнөн билдәләргә ҡарар итте.
Быйыл Балалар китабы аҙналығы бөйөк балалар яҙыусыһы һәм тәржемәсе Корней Иванович Чуковскийҙың тормошона һәм ижадына, уның тыуыуына 140 йыл тулыуға арнала. Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт йортонда Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығының һуңғы сараһы үтте. Ул «Корней олатай донъяһы шундай матур» тип аталды. Сараға 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәренән башланғыс класс уҡыусылары саҡырылғайны.