МӘҘӘНИӘТ
30 Март 2022, 12:08

Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!

  

Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!
Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!

23-25 мартта Учалы филармонияһында "Яҙ һулышы" балалар халыҡ хореографияһының 5-се асыҡ фестивале уҙҙы. Фестиваль сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, экскурсиялар ойошторолдо. Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде: «Соло»; «Дуэт»; «Бәләкәй ансамблдәр», «Хореография ансамблдәре».

"Хәйбулла" өлгөлө хореография ансамбле ике номинацияла еңеү яуланы. Хәҙер коллектив бер юлы ике диплом менән тулыланды: "Соло" номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат дипломы менән - ансамбль солисы Айгиз Нураев һәм "Хореографик ансамблдәр" номинацияһында 1-се дәрәжә диплом менән "Хәйбулла" ансамбле коллективы бүләкләнде.

"Хәйбулла" балалар өлгөлө хореография ансамблен һәм уның етәксеһе Мортазин Юлдаш Хәсән улын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

 

 

Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!
Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!
Хәйбулла бейеүселәренә етеүселәр юҡ!
Автор:
Читайте нас