

Тып-тып итеп тамсы тама,
Әллә беҙгә яҙ килә,
Шул тамсыны ишетеп,
Беҙгә ҡунаҡтар килә.
Байғусҡар ауылы мәҙәниәт йортонда, яҙҙы ҡаршы алыуға арнап, "Һаумы, яҙ!" тип исемләнгән байрам сараһы үткәрелде.
Иртә менән ауылға дәртле, күңелле көй яңғыратыпп, тәмле туҙ еҫе аңҡытып самауырҙар ҡайнай ине. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлил Вәлиев, байрамды тантаналы асты. Ә Яҙ һылыу (Айгизә Дәүләтбаева), илгә тыныслыҡ, ҡот-бәрәкәт, игендәрҙен ишелеп уңыуын, илгә шифалы ямғырҙар яуыуын теләп, матур шиғырҙар һөйләне. Артабан байрамда төрлө халыҡ уйындары ойошторолдо: көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартышыу, сәпкә тигеҙеү һәм башҡа уйындарҙа байғусҡарҙар сәмләнеп, дәртләнеп ярышты. Ә бына ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүҙә 86 йәшлек Гөлнур Мөхәмәтйәрова һәм 82 йәшлек Менәүәрә Насыровага тиңләшеүсе табылманы. Көйәнтә менән ярышыуҙа йәш килендәр, Айгизә Дәүләтбаева, Сәриә Бүләкова, Рәмилә Дәүләтбирҙина һыуҙарын сайпылтмай финишҡа теүәл алып килеп еткерҙеләр. Сәпкә тигеҙеу буйынса, Вәсилә Аҡбалина, Йомабикә Дәүләтбирҙина, Нәйлә Рәмова үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Арҡан тартышыу буйынса Зәкирә Атанованың командаһы көслөрәк булып сыҡты.
Уйындар тамамланып, бүләктәр таратылғас, ауылдаштар матур сәй табыны янына саҡырылды. Күңелдәре тулғанса аралашып, алдағы көнгә ниндәй байрамдар үткәрергә пландар ҡороп, тағы ла, ошолай халыҡ уйындарынан торған байрамдар, йышыраҡ үткәрелһә ине тип, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә уңыштар, һаулыҡ теләп таралыштылар.