МӘҘӘНИӘТ
25 Март 2022, 12:02

Гөлназ янында тормош ҡайнай

Ул Вәзәмдә һәр байрамды, төрлө сараларҙы күңелен һалып ойошторғанға күрә лә халыҡ әүҙем ҡатнаша, булған башланғысты хуплап, әүҙемлек күрһәтә, йәштәр, балалар ҙа бик дәртле

Гөлназ янында тормош ҡайнайГөлназ янында тормош ҡайнай
Гөлназ янында тормош ҡайнай

Ауылдың уңған килене, мәҙәниәт усағын дәртләндереп, йәмләндереп тороусы Гөлназ Ғамир ҡыҙы Сурина оҙаҡ йылдар Бәләкәй Арыҫланғол ауылында эшләү дәүерендә үҙен яҡшы ойоштороусы, ауылы һәм эше өсөн янып йәшәгән шәхес итеп күрһәтте.

Ул таланттарға бай, матур  боронғо йолаларын, кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы егәрле халыҡ йәшәгән Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуып үҫә.

 -Ғамир Афзал улы менән Тәғзимә Сөләймән ҡыҙының биш балаһы араһында икенсе булып донъяға килгәнмен. Атайым алдынғы механизатор, баҫыу эштәре алдынғыһы булып, күп кенә хеҙмәт еңеүҙәре яулап, алдынғылар рәтендә эшләне. Тимер эше лә ҡулында уйнап торҙо, техникаларҙы бик белеп ремонтлай торған ине.
Әсәйем тегергә, бәйләргә, сигергә, баҡса үҫтерергә, әҙәби китаптар, шиғырҙар уҡырға ярата. Әлеге көндә әсәйем башкөллө ҡорама менән булыша, күкрәксәләр эшләй, ейән-ейәнсәрҙәренә башҡорт кейемдәре тегеп кейҙерә. Әсәйем бала саҡтан өләсәйгә ҡарап өйрәнә ҡул эштәренә. Ә инде беҙ ҡул аҫтына ингәс, 4 ҡыҙына ла белгәндәрен өйрәтте. Ул беҙгә ҡурсаҡтарыбыҙға кейем, юрған, түшәктәр тегеп бирә ине эше араһында. Шулай быуындан-быуынға күсеп бара тегеү менән булышыу. Әсәйебеҙ бөтә ҡыҙҙарын  кейәүгә биргәндә  ҡул теген машинкаһы биреп оҙатты. Миңә “Зингер” маркалыһы эләкте, уны әсәйем Өфөнән ҡулдан алдырған ине, ә 45 йәшемә электр тегеү машинкаһы бүләк итте. Был машинкалар минең эшемдә бик кәрәк булып сыҡты, сөнки клубта сығыш яһарға сәхнә кейемдәр етмәне. Өлкәндәргә булһа, бәләкәйҙәргә юҡ. Ә мин иҫке күлдәктәрҙе һүтеп, бәләкәйҙәргә яраҡлы итеп тегеп ала инем. Ауылда балалар шул тиклем күп ине, барыһының да бейегеһе, йырлағыһы килә. Стилләштерелгән башҡорт  һәм башҡа милли кейемдәр күп тегелде. Яңы материалдар ҙа, клубтың иҫке тәҙрә шаршауҙары ла эшкә китеп торҙо,- тип Гөлназ Ғамир ҡыҙы үткәндәрҙе иҫләп алды.

Ул Вәзәмдә һәр байрамды, төрлө сараларҙы күңелен һалып ойошторғанға күрә лә халыҡ әүҙем ҡатнаша, булған башланғысты хуплап, әүҙемлек күрһәтә, йәштәр, балалар ҙа бик дәртле.

Яҙыусы, тележурналист Сәрүәр Сурина тәҡдим иткән «Вәзәм шәле» проектын  тормошҡа ашырыуҙа Гөлназ Ғамир ҡыҙы күп көс түгә: был эште башлап ебәреү өсөн кешеләрҙе ылыҡтырыу, дәртләндереү, йәлеп итеү, матди база булдырыу һәм башҡалар. Әлбиттә, район мәҙәниәте хакимиәтенең даими матди, методик ярҙамы --республика күләмендә уңыштарға өлгәшеү һөҙөмтәһе. Гөлназ Суринаның ауылдаштарын район күләмендә үткән бихисап бәйгеләрҙә ҡатнашырға әҙерләп, еңеү яулау осраҡтары бик күп. Былар барыһы ла бергәләп эшләгәндең һөҙөмтәһе.  Шулай уҡ «Айыҡ ауыл-2021» республика бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн ауылда бик күп саралар ойошторола. Яңыраҡ үткән балаҫ байрамы - Вәзәм ауылының брендлы сараһы. Балаҫ һуғыу — башҡорт халҡының борон-борондан килгән кәсептәренең береһе. Элегерәк улар һуғылған вәзәм шәлдәре менән бөтә республиканы таң ҡалдырһалар, әле Гөлназ Сурина етәкселегендә йәнә бер онотола башлаған кәсепте тергеҙеп, сағыу төҫтәге һуҡма балаҫтар, кейеҙҙән матур әйберҙәр яһауға тотонғандар.

Материалдың аҙағын "Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитенең 12-се һанында уҡығыҙ

Миңзәлә Баймырҙина,  

 тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район  музейының ғилми хеҙмәткәре.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас