МӘҘӘНИӘТ
25 Март 2022, 09:29

Әбүбәкерҙәр тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына сәйәхәт ҡылды

..

Әбүбәкерҙәр тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына сәйәхәт ҡылдыӘбүбәкерҙәр тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына сәйәхәт ҡылды
Әбүбәкерҙәр тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына сәйәхәт ҡылды

Әбүбәкер мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре менән "Бүләк "
йыр һәм бейеү ансамбленең ҡатнашыусылары район үҙәгенең музейына сәйәхәткә барып ҡайттылар.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Беҙҙе музейҙа бик йылы ҡаршы алдылар. Унда беҙҙе залдан-залға йөрөттөләр, мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Музей бер нисә залға бүленгән: этнография залы, тау байлыҡтары һәм тәбиғәт залы.Ҡатнашыусыларға тәбиғәт залы бик ныҡ оҡшаны. Унда тәбиғәтебеҙҙең матурлығын һүрәтләгән төрлө картиналар, үләндәрҙән эшләнгән гербарийҙар ҡуйылған. Шулай уҡ айыу, бүре, төлкө һәм ҡоштар һындарын күрергә мөмкин.
Район үҙәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә ,бигерәк тә беҙҙе таныштырып алып йөрөүсе Бикә Иҙрис ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, уларға артабан да ижади үрҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ. Экспонаттарығыҙ байып, музейға килеүселәр һаны артып торһон.

Автор:
Читайте нас