

Бик күп һөнәрҙәр араһында беҙҙе рухи яҡтан туҡландырыусы һөнәр бар. Ул – мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәғни мәҙәниткә тоғро хеҙмәт итеүселәр һөнәре. Ҡасандыр берәүҙең “мәҙәниәт көтөп торор” тигән ҡарашы хәҙер ҙә ҡайһы саҡта сағылыш табып ҡуя, әммә был һөнәр эйәләренең эшмәкәрлегенән тыш, йәмғиәтебеҙҙең йәшәйешен, рухиәтен күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел.
Бөгөнгө мәҡәләм геройы – Зөфәр Байғусҡаровтан башҡа район үҙәгендә бер мәҙәни сара ла үтмәй, тиһәк, һис арттырыу булмаҫтыр. Сәнғәткә ғашиҡ, йырларға яратҡан мәҙәниәт хеҙмәткәренә сәхнә йондоҙо булып балҡыу бәхете генә гел тәтемәй. Иңенә йөкмәтелгән бурысы буйынса күпселектә, киреһенсә, “шаршау артында”ҡалырға тура килә, сөнки уның төп һөнәре – тауыш режиссёры.
Тулы мәҡәлә Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитенең 12-се һанында