МӘҘӘНИӘТ
19 Март 2022, 16:58

“Юшан”дар –музейҙа

Музыкаға ғашиҡ хеҙмәт ветерандарын туплаған халыҡ инструменталь ансамбле экскурсияла булды  

“Юшан”дар –музейҙа“Юшан”дар –музейҙа
“Юшан”дар –музейҙа

Рәмилә Фәйзуллина етәкселегендәге “Юшан” халыҡ инструменталь ансамбле ағзалары  башҡорт сәнғәтен һәм халыҡ музыкаһын пропагандалау, һөйөү тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара.

Район музейында улар  ҡурай, ҡубыҙ, балалайка, домбра, мандолина, скрипка һәм башҡа халыҡ инструменттары оркестры күргәҙмәһе менән танышты.

Шулай уҡ ҡунаҡтар район мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән  Сәйфулла Дилмөхәмәтов,  Сәлмән Сынғызов, Фәнил Аллағоловтар һәм башҡаларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алдылар.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас