МӘҘӘНИӘТ
19 Март 2022, 17:39

Вәлит ауылы халҡы «Баш итенǝ саҡырыу» йолаһын ойошторҙо.

Иртǝ менǝн ҡаҙан аҫып ит бешерелде, ҡунаҡ булыу урыны йыһазландырылды

Вәлит ауылы халҡы «Баш итенǝ саҡырыу» йолаһын ойошторҙо.Вәлит ауылы халҡы «Баш итенǝ саҡырыу» йолаһын ойошторҙо.
Вәлит ауылы халҡы «Баш итенǝ саҡырыу» йолаһын ойошторҙо.

Борон, яҙ еткǝс, мосолман халҡы һуғым малының баш-тояҡ итен ѳтѳп, таҙалап, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырған. Баш ите ѳлǝшеү тигән йола булған.

Боронғо йолалары тергеҙеү, йәш быуынға тапшырыу маҡсатында Вәлит ауылы халҡы «Баш итенǝ саҡырыу» йолаһын ойошторҙо. Иртǝ менǝн ҡаҙан аҫып ит бешерелде, ҡунаҡ булыу урыны йыһазландырылды. Байрам урынына ҡунаҡтар йыйылды, ағинǝйҙǝр байрам менǝн ҡотлап, таҡмаҡтар ǝйтеп ҡаршы алды. Артабан һүҙ Муса ағайға бирелде.


Табын башланғанда баш ѳлѳшѳнѳң иттǝре дǝрǝжǝгǝ ҡарап ѳлǝшелде: күҙ-ҡолаҡ ѳлѳштǝре-ауылдың аҡһаҡалдарына; тел, яңаҡ ѳлѳштǝре- ауылдың оло ағинǝйҙǝренǝ һǝм оҙаҡ йылдар мǝктǝптǝ уҡытҡан уҡытыусыларға бирелде; ауыҙ, яңаҡ ѳлѳштǝре –ололарҙың эшен дауам итеүселǝргǝ бүленде.

Артабан аш табыны дауам ителде, еңгǝйҙǝр тǝмле самауыр сǝйе менǝн һыйланы. Күңелле итеп йырлашып, бейешеп таралышты халыҡ.

https://vk.com/club207714147

 

Автор:
Читайте нас