МӘҘӘНИӘТ
19 Марта 2022, 16:47

ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР

Билдәле булыуынса, шаярыуһыҙ, көлкөһөҙ беҙҙең тормошобоҙ мәғәнәһеҙ һәм күңелһеҙ булыр ине. Тап ошоно иҫтә тотоп Бүребайҙа ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында КВН бәйгеһе үтте

ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАРҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР
ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР

Бүребай ауылының мәҙәниәт усағында КВН ҡатын-ҡыҙҙар лигаһынан өс команда көс һынашты.

Бер һүҙ менән әйткәндә, уйын йәнле, күңелле, етеҙ барҙы. Командалар бөтә тамашасыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы күтәренке кәйеф менән ҡыуандырҙы.

Жюри ҡарары буйынса 1-се урын Ивановка ауыл Советы ҡыҙҙарына бирелде. Икенсе урынды Һамар ауыл Советы командаһы алды, ә Өфө ауыл Советы командаһы өсөнсө урынға эйә булды. Һәммәһен дә ҡотлайбыҙ, артабанғы еңеүҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Афариндар, был донъяла көлөп йәшәргә кәрәклеген тағы бер ҡат күрһәттегеҙ, ғүмерҙе оҙонайттығыҙ.

 

 

ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР
ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР
ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР
Автор:Бүребай ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас