МӘҘӘНИӘТ
17 Март 2022, 04:34

Хәйбуллалар “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашты

-

Хәйбуллалар “Ижади майҙан” сараһында ҡатнаштыХәйбуллалар “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашты
Хәйбуллалар “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашты

Бөрйән районы бер көнгә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәтенең үҙәгенә әйләнде. "Ижади майҙан» тип аталған күсмә комплекслы сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолдо. Ул Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан уҙғарылды.Туғыҙ майҙансыҡ сиктәрендә төрлө сәнғәт төрҙәре һәм жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралды.
Сарала һигеҙ райондан, шул иҫәптән Хәйбулла районынан, башҡорт сәнғәтен, мәҙәниәтен яратыусылар ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара сиктәрендәге семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре комплексы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы һәләттәрҙе табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтеү, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Беренсе семинарҙың нәҡ Бөрйәндә — Көньяҡ Уралдың «йөрәгендә», Шүлгәнташ мәмерйәһе, тауҙар төйәгендә, Урал батыр хаҡында халыҡ хәтере һаҡланған яҡта үткәреү - ҙур мәғәнәгә эйә. Йыл дауамында бындай төр саралар республиканың бөтә райондарында ла уҙғарыласаҡ тип күҙаллана.

#ВсемирныйКурултайБашкир

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас