

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменттары ансамбле ветерандары тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында ойошторолған «Халыҡ инструменттары оркестры» тип аталған күргәҙмәгә сәйәхәт ҡылды. Музей хеҙмәткәре Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина халыҡ милли музыка ҡоралдарының тауыш үҙенсәлектәре һәм уларҙа оҫта уйнаусылар менән төплө таныштырып үтте.
Артабан «Юшан» халыҡ инструменттары ансамбле ветерандары башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарҙылар, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары, халҡыбыҙҙың моң даръяһы тураһында ишеткәндәре, күргәндәре тураһында үҙ фекер алыштылар.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.