

Районда башҡорт телендәге китап-журналдарҙы йыйыу буйынса иғлан ителгән акцияға район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге лә ҡушылды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был изге эшкә теләге булған һәр кем ҡушылып, эстәлекле баҫма өлгөләрен район китапханаһына тапшыра ала. 25 мартта "Айыҡ ауыл -2021" республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғолдар тарафынан был китап-журналдар Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылы халҡына тапшырыласаҡ.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.