

Вәзәм шәлдәренә көнләшерлек!
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (халыҡ телендә - Вәзәм) ауылы - «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе. Унда дәртле, берҙәм, оҫта ҡуллы халыҡ йәшәй.
Ауыл клубының социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙыуҙарынса, унда эшләп килгән «Вәзәм шәле» халыҡ клубы ҡатындары һуҡҡан шәлдәр, балаҫтар ҡышҡы көндә бигерәк тә матур, сағыу күренә. «Һалҡында йылылыҡ һаҡлаған кәзә мамығынан станокта һуғылған суҡлы шәлдәргә бер ни ҙә етмәйҙер ул! Уларҙың йылылығын ябынған кеше генә белә, тоя ала. Был шәлдәргә апайҙарҙың күҙ нуры, ҡул йылыһы күскән. Афарин!» — тип яҙалар төркөмдә.
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
https://vk.com/kurultaibashkir