

Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Ғәзизова (Таулыҡаева) 1937 йылда Хәйбулла районының Айыулы ауылында тыуған. Йырсы бала сағын йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан Айыулыны бик матур һәм йәмле ауыл булараҡ хәтерләй. Уртанан Быҙаулыҡ йылғаһы аға, тап уның ярҙарында буласаҡ йырсының бәхетле бала сағы үткән дә инде. Атаһы төҙөгән быуаны ла, ул ултыртҡан ағастарҙы ла иҫкә алып, яҡташыбыҙ йыл һайын тыуған яғына йыл һайын килә.
Ире үлгәндән һуң, яңғыҙы һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырған, яҡшы тәрбиә биргән һәм уларҙы уҡытыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән әсәһен ул тәрән һөйөү һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала. Зәйтүнә Ғәзизова Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатын, Өфө музыка училищеһын тамамлаған. Башҡорт дәүләт филармонияһында Бәхти Ғайсин һәм Хәбир Ғәлимов менән ижади союзда солист булып эшләй. Урал дәүләт консерваторияһын уңышлы тамамлағас, 30 йылға яҡын Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының төп солисы була.
Йырсының репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары операларында 50-нән ашыу партия бар. Илебеҙҙең Башҡорт опера һәм балет театры гастролгә килгән бик күп ҡалаларында уға ҡул саптылар, ә музыка тәнҡитселәре һоҡланыулы баһалар бирҙе. Был уңыш артында ғәйәт ҙур хеҙмәт һәм фиҙаҡәрлек йәшеренә. Йырсы әйтеүенсә, кеше үҙ эшен ихлас һәм 150 процентҡа башҡарырға тейеш. Зәйтүнә Ғәзизова ла ысын күңелдән йырланы: музыка менән күңелен биреп, тыңлаусыларҙы сәнғәттең тылсымлы донъяһына алып инде. Республиканың музыкаль мәҙәниәте үҫешенә уның уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге лә ҙур өлөш индерә. Сәхнәнән сыҡҡас, Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Өфөләге 2-се музыка-педагогия колледжында уҡыта, йәш артистарға үҙ белеме, тәжрибәһе һәм оҫталығы менән ихлас уртаҡлаша.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Зәйтүнә Ғәзизова үҙенең күркәм юбилейын һаулыҡ, күтәренке кәйеф һәм яҡындарының һөйөүе һәм хәстәрлеге араһында ҡаршылай. Музыка менән бөгөн дә хушлашмай: ғаилә тантаналарында яратҡан әҫәрҙәрен ҙур теләк менән башҡара. Яҡташыбыҙҙы 85 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм тағы ла оҙаҡ йылдар үҙ күңеле яҡтыһы менән тирә-йүндәгеләрҙе ҡыуандырыуҙы теләйбеҙ!
фото:Башҡортостан ҡыҙы журналы