

--Ниндәй хәлдә беҙҙең башҡорт теленең яҙмышы бөгөнгө көндә? Уйлауы ла ҡурҡыныс булып китә бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә уның бөтөнләй тип әйтерлек юғала барыуын, үҙ теленә битараф, хатта ҡабул итмәүселәрҙең ишәйеүен күреп. 90–сы йылдар башында тел өсөн көрәш ҡыҙыу барҙы һәм үҙ һөҙөмтәһен дә бирҙе. Уҡытыу программаһында туған телде уҡытыу индерелде, башҡорт кластары асылды. Башҡорт мәктәптәренә иғтибар күпләп бүленде, балалар баҡсаһында туған телдә тәрбиәләү мәсьәләһе юлға һалынды. Шулай дауам итер һымаҡ ине. Әммә, ҡыҙғаныс, яулап алынған уңыштар юҡҡа сыҡты: ауыл мәктәптәре, милли кадрҙарҙы үҫтереүсе, туған тел патриоттарын үҫтереүсе мәғариф усаҡтары, һүнеп бөтөп бара. Ҡасандыр райондың ғорурлығы булған башҡорт мәктәптәрендә балалар һаны кәмеүе бик күптәрҙе борсойҙор.
Кем ғәйепле? Мәңгелек һорау. Хөкүмәтте лә, ил хужаларын да, район вәкилдәрен дә, депутаттарҙы ла, закон сығарыусыларҙы ла, эшһеҙлекте лә, йәшәү шарттарын да, мәғарифте ла–барыһын да ғәйепләргә була.
Әммә ғаиләлә туған телдә аралашыу, балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде үҙ телеңдә һөйләшергә өйрәтеүгә нимә ҡамасаулай һуң? Бер нимә лә! Бары тик беҙҙең ҡаныбыҙға совет идеологияһы һеңдергән ҡараш: имеш, башҡорт телендә һөйләшһәң, урыҫ телен насар беләсәкһең, мәктәптә башҡа фәндәрҙе үҙләштереүҙе тотҡарлай, ваҡытты ала, наҙан ҡалаһың һәм башҡалар. Хатта, әгәр үҙ телегеҙҙә һөйләшһәгеҙ, балағыҙ бөтөнләй телһеҙ ҡаласаҡ тигән һай фекер йөрөтөүсе логопедтарҙың кәңәшенә таянып, үҙ балаһын түған теленән мәхрүм иткән ғаиләләр ҙә бар. Күптән иҫбат ителгән бит инде тел ғалимдәре тарафынан, баланың , күп тел белгән һайын, аҡыл кимәле лә үҫә, тирә – яҡты танып белеү һәләте лә киңәйә, аралашыу оҫталығы ла арта. Телдең нигеҙ ташы ғаиләлә һалына. Әгәр ғаиләлә туған телгә , халҡына , уның тарихына, киләсәгенә тулы битарафлылыҡ хөкөм һөрә икән , бер ниндәй уҡытыу системаһы ла, программалар ҙа, конкурстар ҙа, аудитория тултырып ултырып диктанттар яҙыу ҙа, гранттар ҙа туған телгә ҡарата һөйөүҙе уята алмай. Тупаҫ ҡына итеп әйткәндә, бөгөн беҙҙең күптәребеҙ, ҡыҙғанысҡа күрә, телде үлтереүселәр, юҡ итеүселәр. Ә хаҡыбыҙ бармы? Юҡ. Аллаһы тәғәлә беҙҙе төрлө ҡәүем ҡәбилә итеп яралтҡан, аманат итеп һәр береһенә тел биргән, аралашып йәшәргә бойорған ( Ҡөрьән, 49 -сы сүрә, 13 –сө аят).
Бөгөнгө заманда туған телдә аралашыу мөхите бөтөнләй тиерлек тарайҙы. Компьютер, смартфондар ата-әсә менән бала араһындағы былай ҙа юҡ кимәлендәге булған аралашыу күперен емереп бөтөп бара. Балаларҙың донъяһында ата- әсәһенә урын әҙәйгәндән –әҙәйә. Уларҙы болтик –молтиктар, машалар, гарри поттерҙар, ушастик- ужастиктар тәрбиәләй, йәшәргә өйрәтә. Мәғариф ОГЭ, ЕГЭ проблемаһын һылтау итеп, туған телде өйрәнеүҙе ата-әсәләрҙең яйына ҡуйып, башҡорт телен ғаризалар яҙҙыртып уҡыта башланы. Ҡыҙғаныс, балалар баҡсаһында, хатта башҡорт төркөмдәрендә лә, тик рус телендә генә аралашалар. Туған телдең яҙмышҡайы упҡын өҫтөндә тора түгелме һуң? Бөгөн халҡыбыҙ алдында оло һынау тора: һаҡлап ҡала алабыҙмы телебеҙҙе, юҡмы? 20-30 йылдан шул тиклем матур, яңғырашлы, һығылмалы гүзәл телебеҙҙә һөйләшеүсе, аралашыусы булырмы? Ошо турала бөгөн һәр башҡорт уйланырға, эште үҙенән, ғаиләһенән башларға тейеш.
Бала ул ата-әсәһенең ҡулында саҡта балсыҡ менән бер, нисек әүәләйһең, шулай була. Ғаиләлә телгә ихтирам, һөйөү бар икән, рух йәшәй икән, ҡыҙың да, улың да шуны һеңдереп үҫә. Һуңынан ул ниндәй генә мөхиткә барып эләкһә лә, үҙ теленең матурлығын, нәзәкәтлеген инҡар итмәйәсәк, үҙ теленән ул бер кемдең алдында ла оялмаясаҡ. “Башҡортса һөйләш, башҡортса өндәш!”- тип тылҡыу менән генә телде өйрәтеп булмай. Үҙебеҙҙән башлайыҡ, туған телебеҙҙә аралашайыҡ, был хоҡуҡты бит бер кем дә тартып алмаған беҙҙән.
Беҙҙең ғаиләгә килгәндә инде, башҡорт телендә һөйләшеү – ул һауаға, кислородҡа нисек мохтажбыҙ, шуның һымаҡ. Мәҫәлән, тын алғанда бит, әһә һауа һулап алайым әле, тип уйламайбыҙ бит. Аллаһыма шөкөр, өлкән киленем саф башҡорт телендә һөйләшә ине, кесе килендәрем дә, рус мөхитендә үҫһәләр ҙә, матур итеп башҡортса һөйләшергә тырышалар. Ейәндәребеҙҙең икәүһе генә, Сорғотта йәшәгәнгә күрәлер, аңлаһалар ҙа башҡорт телендә аралашмайҙар. Беҙ улар менән башҡорт телендә һөйләшәбеҙ. Ә яныбыҙҙағыларының теле саф башҡортса асылды, әммә балалар баҡсаһына йөрөй башлауҙары менән телдәре буталды. Бының сәбәптәрен балаларҙың күбеһенең телде белмәүендә, балалар баҡсаһында туған телгә иғтибарҙың кәмеүендә күрәм.