МӘҘӘНИӘТ
21 Февраля 2022, 17:28

Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышты

Атингән менән Йәнтеш ауылдары ир-егеттәре үҙ-ара көс һынашты

Добавить в предпочтительные источники Google
Шаяндар һәм тапҡырҙар ярыштыШаяндар һәм тапҡырҙар ярышты
Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышты

Атингән ауылы мәҙәниәт йортонда шаяндар һәм тапҡырҙар клубы (КВН) уйыны ойошторолдо. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. 

Бәйгелә Йәнтештән "Алға" һәм Атингән ауылынан "Ялан Батыры" ир-егеттәре командалары ҡатнашты.  Командалар бөтә ярыштарҙа ла зирәклек һәм отҡорлоҡ күрһәтеп, сәмләнеп ярышты.

Уйын концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы. Еңел булмаған ярыштарҙа  ике команда ла бер тигеҙ мәрәйҙәр алып, һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде!

 

 

Атингән мәҙәниәт йорто.

Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышты
Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышты
Шаяндар һәм тапҡырҙар ярышты
Автор:Раян Атанбаев