МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2022, 16:10

Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен!

Быҙаулыҡ ауылы китапханаһында  "Йөрәгендә халҡын йөрөттө" тип исемләнгән сара үткәрелде.

Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен!Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен!
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен!

21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Быҙаулыҡ ауылы китапханаһында  "Йөрәгендә халҡын йөрөттө" тип исемләнгән сара үткәрелде.

Сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан туған телде ҡәҙерләргә саҡырҙы. "Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Әйҙәгеҙ, үҙ телебеҙҙе һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәйек" - тигән изге теләктәрен юлланы улар.

Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен!
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен!
Автор:Быҙаулыҡ мәҙәниәт йорто
Читайте нас