

“Һылыуҡай-2022” район бәйгеһендә ҡатнашасаҡ башҡорт һылыуҡайҙары исемдәре билдәләнде. Конкурста ҡатнашыуға Аҡъяр, Бүребай, Әбүбәкер, Татыр-Үҙәк, Өфө, Маҡан, Сәғит һәм Вәзәмдән 10 заявка булды.
Һайлап алыу туры ла ҡыҙыу барҙы. Ҡыҙҙар үҙҙәре, шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләне. Ижади конкурста дәртле йырҙары һәм бейеүҙәре менән актерлыҡ оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
Шулай итеп, жюри баһаламаһы буйынса, 1 мартта Наҙгөл Ултраҡова, Диана Кәримова, Алтынай Тимербаева, Диана Байғужина, Фәниә Дәүләтбаева, Элина Ҡансурина, Розалия Ибраһимова, Дилфүзә Мәмбәтова конкурс финалында Хәйбулла һылыуҡайы исеменә бәйгене дауам итәсәк.