

РАЙОН ҠУРАЙСЫЛАРЫ ТОРМОШОНДА ЯҢЫ ВАҠИҒА
Фәнис Атанов етәкселегендәге район мәҙәниәт йортоноң "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле Ырымбур ҡалаһындағы "Ҡарауанһарай" тарихи-мемориаль комплексына экскурсияға барып ҡайтты.
Тарихи яҙмалар буйынса, архитектура ҡомартҡыһы 1837–1846 йылдарҙа Ырымбурҙың хәрби губернаторы Василий Перовскийҙың ҡарары менән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн белем алыу, туҡталыу урыны булараҡ төҙөлә. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡурайсыларҙың теләге буйынса, Ҡарауанһарайҙа ансамбль башҡарыуында "Перовский" менән "Казачий" көйҙәре яңғыраны.
Улар, шулай уҡ, Ҡарауанһарай мәсетендә булдылар, "Милли ауылдар" комплексында башҡорт ихатаһы, ырымбур башҡорттары мәҙәниәте менән яҡындан таныштылар.
Ҡурайсыларыбыҙ был сәфәрҙе Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына бағышланы.


Әйткәндәй, "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле МАРТ айына, #АкъярРДК сәхнәһендә үтәсәк, ҠУРАЙ концертына әҙерләнә. Бының турала оҙаҡламай мәғлүмәт буласаҡ! Белмәй ҡалмағыҙ, ошо битләүҙә яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!