МӘҘӘНИӘТ
13 Февраль 2022, 15:47

"Бөркөт" кинозалы хәйбуллалар араһында популярлыҡ яулай

*

"Бөркөт" кинозалы хәйбуллалар араһында популярлыҡ яулай"Бөркөт" кинозалы хәйбуллалар араһында популярлыҡ яулай
"Бөркөт" кинозалы хәйбуллалар араһында популярлыҡ яулай
 

"Бөркөт" кинозал Хәйбулла районында йәшәүселәр араһында популярлыҡ яулай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларын кинофикациялау буйынса "Кино фонды" программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

2021 йылдың декабрендә яңы кинозалда фильм ҡараған тамашасылар һаны теүәл 1000 кеше тәшкил итте. 2022 йылдың 17 ғинуарына ҡарата, кинозалға 701 кеше килгән. Тамашасылар бөтә Рәсәй буйынса кинопрокатта булған кино яңылыҡтарын ҡарай ала. Көнөнә бында 7 сеанс үткәрелә. Төп аудиторияны 15-25 йәштәрҙәге йәштәр тәшкил итә. Бәләкәйерәк йәштәге тамашасылар йәнһүрәттәргә һәм фильмдарға битараф түгел.

Кинозал үҙенең тамашасыларын көтә. Бөтә саралар ҙа йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм сикләүҙәрен үтәү менән уҙғарыла.

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас