

Күптәр бөгөн септә һуғыуҙың ни икәнен дә белмәй. Ошо кәсепте тергеҙеү маҡсатында "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсы сиктәрендә Бәләкәй Арыҫланғолдар үҙенсәлекле сара уҙғарҙы.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылына арналып, "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ"- исеме аҫтында мастер-класс форматында ойошторолдо ул. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе, ветеран уҡытыусы Сурин Фазылйән Айса улы уҙғарҙы. Атаһынан ҡалған станогын килтереп, септәне һуғыу, йүкәне эшкәртеү, септәнең ҡулланышы, тарихы тураһында ентекләп һөйләне, эшләп күрһәтте. Элек ата-бабаларыбыҙ, атты юлдан тирләп кайткас, һуғылған септә менән ябып ҡуйғандар, атты шулай һыуыҡтан һаҡлағандар, тип бәйән итте ул.
Ололар ҙа, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып күҙәтте, һуңынан үҙҙәре өйрәнеп һуғып ҡараны. Хатта йүкәнән арҡан ишеп ярышып та алды ир-егеттәр.
Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ата-бабаларыбыҙ борондан ат яратҡан, яуҙа ла, эштә лә ат уларҙың уң ҡулы булған. Шуға күрә лә ат һәр ваҡыт әҙер торорға тейеш булған. Бының өсөн уны яҡшы итеп тәрбиәләргә, ашатырға кәрәк. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тирләп килгән атҡа йүкә септә япҡандар, санала аҫтарына түшәп тә йөрөгәндәр септәне. Әлбиттә, һирәкләп булһа ла, бөгөн дә күрергә мөмкин был күренеште, сөнки барыбыҙ ҙа "тимер аттар"ға ултырып бөттөк. Шуға күрә Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үткән был сара бик фәһемле һәм урынлы булды.
#Годнародногоискусстваинематериальногокультурногонаследиянародовроссии
#Айыҡауыл2021
#Трезвоесело2021
#УфаМКРБ
#УфаРЦНТРБ
#КультураХайбуллы