МӘҘӘНИӘТ
12 Февраль 2022, 05:55

"Минең Рәми" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Шарттары - яҙмала.  

"Минең Рәми" конкурсында ҡатнашығыҙ!"Минең Рәми" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Минең Рәми" конкурсында ҡатнашығыҙ!

"Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 17 ғинуарҙағы "Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында"ғы Указына ярашлы уҙғарыла.

Конкурста 6-12 һәм 12-17 йәшлек балалар, 18-ҙән өлкәндәр ҡатнаша ала. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яңғыҙ уҡыған профессионалдарҙан һәм һәүәҫкәрҙәрҙән видеороликтар ҡабул итә. Эштәрҙе башҡорт, рус телдәрендә ебәрергә мөмкин.

Был турала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хәбәр итә.

Конкурс 2022 йылдың 12 февраленән декабргә тиклем өс этапта уҙғарыла: беренсеһе - 12 февралдән 12 апрелгә ҡәҙәр конкурс эштәрен ҡабул итеү, икенсеһе - 26 августан 25 сентябргә тиклем телевизион конкурс һәм өсөнсө этап - финал.

Конкурста ҡатнашыусылар (балалар) 2022 йылдың 12 апреленә тиклем "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Минең Рәми-90" төркөмөнөң видеояҙмалар альбомына һылтанма буйынса конкурс эшен һала: http://vk.com/video/playlist/-210455279_2. Видеояҙманың аңлатмаһында исем-шәрифте, йәшәгән урынды, йәште яҙыу мотлаҡ. Һалынған эштең һылтанмаһын тултырылған заявка менән ramigaripov90@mail.ru электрон адресына "Р. Гарипову – 90. Дети" тигән тема менән ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ ҡатнашыусыларға эштәрен үҙ сәхифәләренә һалып, #МинеңРәми90 хештегы менән баҫтырыу мөһим.

Конкурста ҡатнашған өлкәндәр өсөн шулай уҡ 2022 йылдың 12 апреленә тиклем "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Минең Рәми-90" төркөмөнөң видеояҙмалар альбомына һылтанма буйынса конкурс эшен һалырға кәрәк: http://vk.com/video/playlist/-210455279_1 . Видеояҙманың аңлатмаһында исем-шәрифте, йәшәгән урынды, йәште яҙыу мотлаҡ. Һалынған эштең һылтанмаһын тултырылған заявка менән ramigaripov90@mail.ru электрон адресына "Р. Гарипову – 90. Взрослые" тигән тема менән ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ ҡатнашыусыларға эштәрен үҙ сәхифәләренә һалып, #МинеңРәми90 хештегы менән баҫтырыу зарур.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен: фамилияһын, исемен, атаһының исемен, тыуған йылын һәм урынын, почта адресын, электрон почта адресын, һөнәре буйынса мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалығын бирә. 6-17 йәшлек ҡатнашыусыларҙың эштәрен, балаларҙың шәхси мәғлүмәтен файҙаланыуға ризалығын ата-әсә ебәрә. Конкурс эштәрен баһалағанда уларҙың положениеға тап килеүе, видеоролик өсөн һайланған шиғырҙың әҙәби ҡиммәте, уҡыусының актёрлыҡ оҫталығы, тексты белеү, үҙенсәлекле башҡарыу критерийҙарына иғтибар ителәсәк.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар предприятиеһы.

 

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-02-11/mine-r-mi-konkursynda-atnashy-y-2689992
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас