

Зәкиә апай Ҡадаева Маҡан ауылынан.
Етенсе тиҫтәһен ҡыуған ханым тиҫтәләрсә шиғырҙарҙы яттан белә. Башҡорт халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәрен айырыуса яратып, бар күңелен һалып башҡара ул.
Юл ыңғайы осрағанда туҡтатып һораһаң да, бына ошолайтып дәртләнеп шиғырҙарын һөйләп ташлай.
Афарин, Зәкиә апай! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен!