

Бөгөн беҙҙең яҡташыбыҙ, данлыҡлы ҡурайсы Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы тыуған көнөн билдәләй!
Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда һәм тальянда уйнай. 1978—1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә.
1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай.
Ишморат Илбәков хроматик ҡурай (Ишҡурай) уйлап тапҡан һәм патентлаған кеше. Ул Мәскәү ҡалаһында Олимпиада-80 һәм XII Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестиваленең мәҙәни программаларында ҡатнаша, Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты була.
Рәсәй, Европа, АҠШ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989), Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты кеүек маҡтаулы исемдәргә эйә. Ишморат ҡәйүм улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғаилә именлеге, күңел күтәренкелеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ