

Аҡъярҙан Мәмбәтовтар һәм Һаҡмар-Наҙарғолдан Юнысовтар мәртәбәле бәйге еңеүселәре.
Улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” республика бәйгеһенең зона этабында ҡатнаштылар. Конкурс дистанцион форматта үтеп, унда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 18 ғаилә көс һынашты. Һөҙөмтәлә, Мәмбәтовтар—“Ғаилә ижады” номинацияһында 3-сө, һәм Юнысовтар “Ғаилә шөғөлө” номинацияһында 3-сө урын яуланылар.