МӘҘӘНИӘТ
5 Февраль 2022, 11:43

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Юлбарыҫ ауылы мәҙәниәт йортонда матур сара ойошторолдо

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәйЯулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй
Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Юлбарыҫ ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә, яулыҡ көнөнә арнап "Ал минең яулығым..." исемле матур сара үтте.


Кисә барышында яулыҡтарға бағышланған шиғырҙар уҡылды, йырҙар тыңланыҡ, яулыҡтар тураһыда ниҙәр беләбеҙ тигән һорауҙарға ла яуап бирҙеләр. Лилиә Мирғәле ҡыҙы яулыҡтарҙы ябыныу серҙәренә өйрәтте.
Нисек кенә булмаһын, яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы матурлай, үзенә генә хас образ тыуҙыра. Хаҡ әйтәләрҙер, тарих йәшгәндә, йолалар һаҡланғанда, милләт йәшәй. Ана бит, ысынлапта яулыҡтар менән бәйләп, күпме иҫтәлектәрҙе яңырттыҡ.
Яулыҡ көнөнә арналған, наҙ менән генә әйтелгән "Ал минең яулығым..." сараһы бик матур һәм күңелле үтте. 

Автор:Юлбарыҫ мәҙәниәт йорто
Читайте нас