МӘҘӘНИӘТ
5 Февраль 2022, 10:37

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" асыҡ республика конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Бәйгелә Хәйбулланан тыш, Ырымбур өлкәһенән һәм республиканың башҡа район-ҡалаларынан ғаиләләр ҡатнашты

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" асыҡ республика конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" асыҡ республика конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" асыҡ республика конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Билдәле булыуынса, йыл һайын 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған "Етегән" республика бәйгеһендә рухлы, талантлы, бар яҡлап өлгөлө ғаиләләр, төбәк конкурсында төрлө номинацияларҙа еңеү яулап, үҙ районының данын яҡлау хоҡуғын ала.

Сибай ҡалаһында үткән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" асыҡ республика конкурсының төбәк этабында бөтәһе 18 ғаилә ҡатнашты. Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондары, Сибай, Күмертау ҡалалары һәм Ырымбур өлкәһенән үҙ сығыштарын тәҡдим иткәндәрҙе баһалама ағзалары дистанцияла баһаланы.

Жюри рәйесе, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова белдереүенсә, бар конкурсанттар ысын мәғәнәһендә еңеүсе исеменә лайыҡ. Ғаиләләрҙең балалар бағып, матур донъя көтөүҙәренә өҫтәп, талантлы, ижади һәм оҫта булыуҙары хайран ҡалдыра, ти. Уларҙың ҡул эштәренән һығылып торған күргәҙмәләр тиһеңме, балалары менән берлектә сығыш яһауҙары булһынмы, онотола барған кәсептәрҙе тергеҙеп, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙарымы, бала тәрбиәләүҙә әсә-ата абруйын күтәреүҙәреме, ололарға ҡарата хөрмәт, ихтирам сифаттары тәрбиәләүме - барыһы ла ғаиләлә һалыныуын конкурсанттар үҙ миҫалында асыҡ күрһәткән.

"Ижади ғаилә" номинацияһында - Баймаҡ районынан Халиҡовтар, "Ғаилә оҫталары"нда - Күгәрсен районынан Хөснуллиндар, "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында Сибай ҡалаһынан Хәсәновтар беренсе урынды яуланы. Улар үҙ районының данын яҡлап республикала үтәсәк "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" конкурсында ҡатнашасаҡ. 

 

 

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-02-05/rayondary-danyn-kemd-r-ya-layasa-2681261

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас