

Элек ауыл ерендә йөн иләү ғәҙәти шөғөл була торғайны.
Ҡартәсәйҙәр, инәйҙәр, әсәйҙәр оҙон ҡышҡы кистәрҙә йөн иләү менән мәшғүл булыуын күптәр иҫләйҙер. Аҙаҡ ошо й омшаҡ йөндәрҙән барлыҡ ғаилә ағзаларына ойоҡбаштар, бейәләйҙәр , шарфтар бәйләй торғайнылар. Хәҙер был шөғөл нисектер юғалып бара, сөнки магазиндарҙа йылы әйберҙәрҙең һәр төрлөһө бар.
Әбүбәкер ҡатын-ҡыҙҙары Рәсәйҙә үткән Халыҡ ижады һәм мәҙәни мираҫ йылына ҡарата “Әйләнә, орсоҡ, әйләнә” тип аталған оҫталыҡ класы күрһәтте.
#УфаМКРБ # УфаРЦНТРБ
#КультураХайбуллы
#АбубакировскийСМФК
#Новыйформатработы
#Годнародноготворчестваикультурногонаследия