

Первомайка ауылы халҡы йорт мәшәҡәттәренән бушағандан һуң да ҡул ҡаушырып ултырмай, мәҙәниәт йортона йыйыла. Бында һәр береһе үҙенә оҡшаған шөғөл таба. Кемдер сәмләнеп бильярд йә теннис уйнаһа, икенселәре өр-яңы спорт тренажерҙарында шөғөлләнә. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенән үрнәк алып, башҡорт милли биҙәүестәрен – түшелдеректәр, селтәрҙәр яһау, тегеү-сигеү менән мәшғүлдәр.
Первомайка мәҙәниәт йорто.