

Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм таратыу маҡсатында, Ивановка ауылында "Ағинәйҙәр" ойошмаһы "Һыйырым булһын түлле, өҫтәлем булһын һыйлы" исемле милли байрам үткәрҙе. Уйындар уйнап, таҡмаҡтар йырлап, бейеп, милли ризыҡтар тарихына әйләнеп ҡайттылар. Күңелле байрам ахырында, йома сәйе эсеп, етди мәсьәләләр тураһында ла һөйләшергә форсат таптылар.
Ивановка ауылы мәҙәниәт йорто