МӘҘӘНИӘТ
23 Ғинуар 2022, 13:28

Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?

II “Тамға”конкурсы еңеүселәренең береһе Ғәбиҙә Вәлиева Ҡурған башҡорттарына хас ҡайып сигеү серҙәренә өйрәтте.

Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?
Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?

Башҡорт милли кейемен өйрәнеү, тергеҙеү менән шөғөлләнеүселәр киләһе “Тамға” конкурсына әҙерләнә лә башланы. Иглин районының Турбаҫлы ауылынан II “Тамға” конкурсы еңеүселәренең береһе Ғәбиҙә Вәлиева Ҡурған башҡорттарына хас ҡайып сигеү (русса – тамбурная вышивка – авт.) серҙәренә өйрәтте. Оҫтабикәнән һабаҡ алырға Мәсетле, Балаҡатай, Миәкә райондарынан, Өфө ҡалаһынан һәм районынан килделәр.

Ғәбиҙә Вәлиева тыуған тарафтары – Ҡурған башҡорттарының ҡул эштәре өлгөләре менән бик күптән мауыға. Оҫтабикә үҙенең белгәндәрен башҡаларға ла ихлас өйрәтә.

Әйткәндәй, ул “Селтәр” башҡорт милли кейеме студияһына йөрөй. Уның ағзалары традицион башҡорт кейемен, шул иҫәптән ҡул эштәре өлгөләрен дә тергеҙеү менән, шөғөлләнә. Улар милли кейем тегергә өйрәнеүселәргә даими рәүештә оҫталыҡ һабаҡтары ла биреп тора, төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Әлеге сара Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указы менән раҫланған милли проекттарҙың береһе “Мәҙәниәт”кә ярашлы үткәрелде.

 

 

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: “Селтәр” студияһы сәхифәһенән.

Автор:Равиля Гатауллина

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-20/ayyp-sigerg-yr-ne-e-auyrmy-2660879
Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?
Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?
Ҡайып сигергә өйрәнеүе ауырмы?
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас